Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ғинуар 2021, 09:35

Ҡалтасыла #ӨМӘ #ДеньЧистойЗимы акцияһы уҙҙы

Республикала ҡабул ителгән Яңы йыл календарына ярашлы, бында ла тематик көн - "Таҙа ҡыш көнө" ойошторолдо. Әмәлгә ҡплғандай, кисә төбәктә арыуыҡ ҡына ҡар яуған. Иртәнге сәғәт 5-тән алып коммуналь һәм юл хеҙмәттәре, яуаплы подрядсы ойшмалар эшкә тотонған. Бер аҙ һуңғараҡ уларға Ҡалтасы районы ойошма-предприятиелары хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылған. ⏬

Күмәк көс ярҙамында йәмәғәт урындары, йорт-ихата тирәләре, урамдар ҡар-боҙҙан таҙартылған. Ҡалтасылағы, Краснохолмский ауылындағы Еңеү парктары, "Башҡорт ихаталары" программаһына ингән балалар майҙансыҡтары һәм сквер ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаған.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас