Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Ғинуар 2021, 15:00

Өфө йорттарында бер прибор ҡуйыласаҡ

Махсус модемдар йылылыҡ иҫәпләгестең күрһәтмәһен автоматик рәүештә тапшырасаҡ. Бының турала бөгөн баш ҡала мэры вазифаһын үтәүсе Сергей Греков һәм ресурстар менән тәьмин итеүсе компаниялар вәкилдәре менән үткән кәңәшмәлә әйтелде. ⏬

Бының кеүек модемдар иҫәпләгестәрҙең күрһәтмәләрен алырға, ситтән тороп йылылылыҡ режимын көйләргә һәм, дөйөм алғанда йылылыҡ тәьминәте өлкәһен "үтә күренмәле" итергә мөмкинлек бирәсәк. Иң мөһиме - фактик ҡулланыу асыҡлана һәм был аҡса түләүҙә экономия бирә.
Үҙ сиратында, «БашРТС» ЯСЙ-һы модемдарҙы ҡуйыу программаһында ҡатнашырға әҙерлеген белдерҙе.
Эксперттар белдереүенсә, Башҡортостандың йылылыҡҡа факт буйынса түләүгә күсеүе һәр күп ҡатлы йорттоң ҡулланыуҙың реаль күләмен баһаларға мөмкинлек бирҙе. Был мәғлүмәтте ҡулланып, энергияны һаҡлау сараларын һөҙөмтәле итергә, йылытыуҙа артыҡ сығымдарҙы киҫергә була.
Сергей Греков ресурс ойошмаларына һәм идарасы компанияларға Өфөлә энергияны һаҡлау программаһын булдырырға ҡушты. Ә модемдарға килгәндә, уларҙың варианттары һәм ҡуйыу ваҡыттары буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас