Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ғинуар 2021, 20:21

Балаһының бешкәнен дә белмәй йоҡлап тик ятҡан

Әбйәлил районының Тупаҡ ауылында бик аяныслы хәл булған.

Алты бала әсәһе карауатында йоҡлаған, ә уның 6 айлыҡ сабыйы йылылыҡ батареяһы өҫтөндә ятҡан. Сабыйҙың ҡулдары һәм аяҡтары бешкән.
Ауыл фельдшеры был хәл тураһында опека органдарына һәм участок инспекторына хәбәр иткән. Әле бала әсәһе менән Өфөләге тән бешеүен дауалау үҙәгендә. Ә ҡалған биш сабыйҙы социаль опека хеҙмәткәрҙәре алған. Урындағы хакимиәттән хәбәр итеүҙәренсә, әсә быға тиклем дә органдарҙа иҫәптә торған. Ул бер ҡайҙа ла эшләмәгән, пенсия һәм балаларҙың пособиеһына йәшәгән.
Ул Тупаҡ ауылына иренең вафатынан һуң ҡайтҡан. Балаларының фамилиялары төрлө. Әлеге ваҡытта балалар төрлө ғаиләләргә билдәләнгән, береһе – Магнитогорскиға, ҡалғандарын Белорет ҡалаһына оҙатҡандар. Иң өлкән бала VI класта уҡый.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас