Инәйҙең фатирын билдәһеҙ ир шаҡый һәм үҙен социаль хеҙмәткәр тип таныштыра. Бер аҙ аҡсаһын ваҡлатыуҙы һорай – йәнәһе лә, үҙе менән тик эре купюралар ғына. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ул инәйгә «приколдар банкы» купюраларын биреп сығып киткән. Инәй уны алдарҙар тип уйлап та бирмәгән.
Һөҙөмтәлә пенсионер 15 мең аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Мутлашыусыны тапҡандар – ул республика райондарының береһенән 32 йәшлек ир.
Полиция таныш булмаған кешеләр менән аралашмаҫҡа, фатирға килгән белгестәрҙең танытмаһын һорап алып асыҡларға кәңәш итә. Өлкәндәрҙе мутлыҡтар булыу ихтималлығы тураһында иҫкәртеп тороу кәрәк.