Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ғинуар 2021, 08:30

Былтыр финалда, быйыл ярымфиналда көрәшәсәктәр

Канадала барған үҫмер хоккейсылар араһында донъя беренселегенең сирекфинал осрашыуҙары булып уҙҙы.

Рәсәй йыйылма командаһы әллә ни көслө булмаған Германия уйынсыларын көскө 2:1 иҫәбенә еңеп, ярымфиналда Канада менән уйнаясаҡ. Турнир хужалары чехтарҙы 3:0 иҫәбенә алдырып, юғарылағы уңышҡа өлгәште. Икенсе ярымфиналда АҠШ менән Финляндия командалары сәкәләшәсәк. Тәүгеһе словактарҙы 5:2 иҫәбенә отоп, ярымфиналға сыҡһа, финдар иһә, Швеция үҫмерҙәрен 3:2 иҫәбенә еңде.
Шулай итеп, 5 ғинуарҙа финалсылар билдәле буласаҡ.
Рәсәй хоккейсылары үҙ тарихында 13 тапҡыр финалда уйнап, дүртендә генә чемпион исемен яулай. Һуңғы тапҡыр улар 2011 йылда ғына ул бәхетте кисерә. Унан һуң дүрт тапҡыр (2012, 2015, 2016, 2020 йылдар) төп бәйгелә уйнай әммә икенсе урын менән генә ҡәнәғәтләнә. Былтыр улар, финалда Канадаға еңелеп, «көмөш»лө булғайны. Быйыл береһе генә төп приз өсөн көрәшәсәк.
Фото: ТАСС.
Читайте нас