Хәйбулла районының Әбүбәкир ауылында йәшәүсе Филизә һәм Хәсән Билаловтар һәр йыл йортон байрамса биҙәй. Быйыл да улар тәүгеләрҙән булып был эшкә тотондо. Уларҙан өлгө алып, ауылдаштары ла ҡалышманы. Шулай итеп, декабрь айында Әбүбәкир ауылы матурлыҡҡа сумып, төрлө уттар менән ем-ем килә башлай.
Билаловтар ғаиләһе "Иң матур биҙәлгән йорт" конкурсында быйыл да еңеү яуланы. 2-се урынға Фәймә менән Рамаҙан Назаровтар, 3-сөгә Шәрифә һәм Рәжәп Билаловтар ғаиләһе лайыҡ булды. Уларға Федоровка ауыл биләмәһенең иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды.