Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Января 2021, 15:55

Атйетәрҙәр "пункыт"лы буласаҡ!

Ҡырмыҫҡалы районының Атйетәр ауылында "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса фельдшер-акушер пункты төҙөлөү тамамланып килә. ⏬

Яңы медицина объектында өлкәндәргә һәм балаларға - йәмғеһе 500-ләп кешегә беренсел ярҙам күрһәтеләсәк, унда фельдшер Фәнилә Батталова эшләйәсәк. Әйткәндәй, Фәнилә Рәмил ҡыҙы "Земство фельдшеры" программаһы буйынса былтыр Өфөнән күсеп килгән.
Быға тиклем ФАП авария хәлендәге элекке балалар баҡсаһы бинаһында урынлашҡан булған. Яңы бинала пациенттарға һәм медперсоналға тейешлесә бар шарттар тыуҙырыласаҡ.
Фото: Администрация муниципального района Кармаскалинский район Республики Башкортостан
Читайте нас