Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ғинуар 2021, 15:51

Юлдағыларға ҙур ярҙам

Учалы районында ауыр йөк тейәгән ҙур фура юлдан осоп төшөп, ҡабырғаһына ауған.

"Автолайн автокомплексы"ның авария комиссары Антон Панкратов унда барып еткәндә "Газель" машинаһынан ике егет фуралағы тонна ярым ауырлыҡтағы ҡағыҙ кәтүктәрен бушатырға ярҙам иткән булған.

Антон икенсе төбәктән килгән водителдәрҙе, Александр менән Эдуардты, яңғыҙ ҡалдырмай, улар менән бергә төндө үткәргән. Яҡтырғас, фураны ҡарап тикшергәндәр.
Ә бер аҙҙан "Йорт аш-һыуы" кафеһы директоры Айнур Латипов уларға ашарға килтергән (төшкө аш менән дә юлсыларҙы ул бушлай һыйлаған).
Эҙләй торғас, кран да табылған, юл ремонт-төҙөлөш идаралығынан КамАЗ килеп, прицептағы йөктө лә бушатырға ярҙамлашҡан.
Күмәкләп фураны торғоҙоп, уны саҡҡа ҡабыҙып, прицепты ремонтлап, икенсе фураға йөктө тейәшеп, мотор майын алыштырышып, учалылар сит төбәк водителдәренә ярҙам ҡулын һуҙған.
Александр һаубуллашҡанда Антонға: "У меня не было такого приятного впечатления о людях, уже много, много лет… Я не думал, что есть такие люди, как в вашем районе… Очень жаль прощаться, но нужно ехать. Если бы я мог, я бы каждого обнял, кто помог и просто остановился, предлагая помощь… Если увидишь кого-то из них, обними от нас с Эдуардом", - тигән.
Антон ярҙамлашып, улар менән 26 сәғәт бергә булған.
Бына шундай шәп ир-егеттәребеҙ бар беҙҙең!
Фото: Антон Панкратов.
Читайте нас