Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ғинуар 2021, 16:21

Янғындарҙа кешеләр һәләк булған

Бер тәүлек эсендә республикала 12 янғын теркәлеп, өс кеше фажиғәле һәләк булған.

Төнгө сәғәт берҙәр тирәһендә Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында ағас йорт янып киткән. Янғында 1972 йылғы ир һәләк булған.

Өфөлә иртәнге сәғәт туғыҙынсыла тимер вагонда янғын сыҡҡан. Унда 1958 йылғы ҡатын үлгән.

Иртәнге сәғәт ундарҙа Белорет районының Инйәр ауылында йорт янған. Утта 1959 йылғы ирҙең ғүмере өҙөлгән.


Ут менән һаҡ булығыҙ, дуҫтар!
Фото: БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы сайтынан.
Читайте нас