Иртәгә көндөҙгө сәғәт 12-лә "Ҡыш бабайҙар парады" була. Сәғәт 2-лә иһә "Ҡарһылыуҙар парады" башлана. Программала дефиле һәм флешмоб ҡаралған. Жюри фекере буйынса иң күп тауыш йыйған Ҡарһылыу 100 мең һум менән бүләкләнә. Саңғыла йөрөргә һәм уҡ атырға яратыусылар "ҡышҡы биотлон"да ярыша ала. Сара билдәле Рәсәй эстрадаһы йондоҙо, байрамдың "төп Ҡарһылыуы" Анна Семеновичтың концерты менән тамамлана.
Ат-сана экипаждары парады 2021 йылдың 4 ғинуарында була. Был көндө лә еңеүсе 100 мең һум алып ҡыуанасаҡ.