Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ғинуар 2021, 10:40

Беҙҙе Олимпия, футбол беренселектәре көтә

Быйылғы йыл спорт сараларына бай булмаҡсы.

Сөнки ҡайһы бер ҙур ярыштар коронавирус пандемияһы арҡаһында быйылғы йылға күсерелде. Йәйге Олимпия уйындары, футбол буйынса Европа беренсегеге быйыл уҙасаҡ. Унан тыш, биатлон, саңғы һәм дә хоккей буйынса донъя чемпионаттары ла ҡаралған. Әлеге ваҡытта үҫмер хоккейсылар араһында донъя беренселеге барһа, 9 – 21 февралдә биатлон буйынса донъя чемпионаты уҙасаҡ. Унан һуң, ҡыш аҙағында саңғыла йүгереү буйынса донъя бәйгеһе, март аҙағында конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса Ер шарының «иң-иң»дәре көс һынашасаҡ. 21 майҙан 6 июнгә хәтлем донъяның иң көслө хоккейсылары Белорусияла йыйыласаҡ. Унан һуң инде, 11 июндән футбол буйынса Европаның иң көслө командалары бер ай буйы континенттың «иң-иң»енен билдәләйәсәк. Тағын килеп, Европа чемпионатының өс уйыны Санкт-Петербургта ҡаралған. Һәм инде иң мөһим спорт байрамдарының береһе - 23 июлдән Японияла Йәйге Олимпия уйындары уҙырға тейеш. Әлбиттә, Рәсәй атлеттары һуңғы арала допинг ғауғауы арҡаһында ике йылға флаг һәм гимнһыҙ тороп ҡалһа ла, һәр ваҡыт юғары урындар өсөн көрәшергә әҙер буласаҡ.
фото: ТАСС.
Читайте нас