Пневматик пистолет менән янауҙарынан ҡурҡып, таксист машинаны ташлап ҡасҡан.
"Тойота"нан 23 йәшлек егет юлда ҡалған "Киа Рио"ны гараж кооперативы яғына алып барып ҡалдырған. Машина эсендә ятҡан ике смартфон менән аҡсаны үҙҙәренә алғандар.
Полиция хеҙмәткәрҙәре юлбаҫарҙарҙы табып, уларҙың береһен ҡулға алған (23 йәшлек егет ошоға тиклем дә хөкөмгә тарттырылған булған).
Был факт буйынса енәйәт эше асылған.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.