Башҡорт телендә - "Сабырлыҡ төбө - һары алтын", татар телендә "Ак карларда ак розалар" тип аталған китаптарға Светлана Шәрипова ижад иткән йырҙар, шиғырҙар, хикәйәләр тупланған. Уларҙың исем туйы Бөтә Рәсәй Инвалидтар ойошмаһының Өфө филиалында үтте.
Был сара һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн оло байрам булды: Яңы йыл байрамы алдынан улар йыйылышып үҙ-ара аралашты, шағирәнең ижад емештәре менән танышты. Шулай уҡ уларҙы Светлананың шатлығын уртаҡлашырға килгән йырсы-шағир Рәмил Сурағолов та тәбрикләне.
Байрам хужабикәһе китаптарының байтаҡ өлөшөн инвалидтар ойошмаһына бүләк итте.