

Аждаһа – Ҡытай халҡы өсөн изге йән, власть һәм император символы. Яңы йылда күп илдә етәкселектең алмашыныуын, власҡа яңы, көслө лидерҙарҙың килеүен көтөргә кәрәк.
Дөйөм алғанда, йыл сағыу һәм иҫтәлекле булыр. Аждаһаға бер төрлөлөк, тотороҡлоҡ хас түгел, ул бөйөклөк, башҡаларҙың уның менән һоҡланыуын, тәьҫораттар һәм хис-тойғолар алмашыныуын, еңеүҙәр теләй.
Шунлыҡтан яңы йылда күптәр үҙҙәренең ҡыйыу хыялдарын тормошҡа ашырырға батырсылыҡ итер. Кемдер барыһына ҡул һелтәп, ҡайҙалыр алыҫҡа сығып китер, берәүҙәр яңы эш башлар, икенселәр, ниһайәт, бөтә донъяға үҙенең талантын күрһәтеп, ысын йондоҙ булып балҡыр.
Аждаһа яҙмыш менән уйнарға ла ярата. Ҡағиҙә булараҡ, уға һәр саҡ уңыш йылмая. Тимәк, тәүәкәллектең дә иҫ киткес һөҙөмтә килтереүе ихтимал.
Фото:Т.Аманов.