Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Декабрь 2020, 12:30

Ниһайәт, Тишка ҡышҡы йоҡоға талған

Уның изге күңелле хужаһы, эшҡыуар Хәсән Иҙиәтуллин һәйбәт яңылыҡ менән уртаҡлашты.

Октябрь башында Ишембай районында 23 йыл(!) буйына урманда ситлектә бикле торған айыуҙың табылыуы тураһында хәбәр иткәйнек.
Ҡасандыр Тишка цирк артисы булған, оҙаҡ йылдар Мәскәү театрына хеҙмәт иткән. Һуңынан айыу «пенсияға» киткәс, Ишембай районынан бер бай әҙәм уны ҙур аҡсаға һатып алған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, айыуҙың хужаһын төрмәгә япҡандар, ә бахыр хайуан ситлектә бикле тороп ҡалған. Быйыл көҙ Тишканы бәшмәкселәр табып алды.
Тишканың тарихына битараф булмаған кешеләр күп ине... Иң тәүгеләрҙән булып Иглиндән изге күңелле эшҡыуар Хәсән Иҙиәтуллин ярҙам итергә теләк белдерҙе, ул айыуҙы үҙенә көтөүгә алды. Эшҡыуар Тишкаға иркен вольер төҙөгән, яҡшы итеп ашата. Айыуҙың ауырлығы 25 килоға артып киткән. Яңыраҡ бахыр хайуанҡай 23 йыл дауамында тәү тапҡыр ҡышҡы йоҡоға талған. «2020 йылдың 31 декабре. Тишка барлыҡ айыуҙар менән бергә ҡышҡы йоҡоға талды. Беҙ уның ҙур ояһына ярты тонна бесән һалдыҡ», — тип хәбәр итә Хәсән Иҙиәтуллин.
Тишканың видеояҙмаһын бында ҡарарға мөмкин.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас