Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Декабрь 2020, 14:15

Этте ҡотҡарам тип

Белорет районында 43 йәшлек ир этте ҡотҡарам тип, ағас аҫтында ҡалған.

Белорет районының Баҫҡан станцияһында урман ҡырҡыу участкаһында күңелһеҙ хәл булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында белдереүҙәренсә, 43 йәшлек ир ҡырҡылып бөтмәгән ағастар янында сабып йөрөгән этте күреп ҡалған. Уны ҡотҡарырға һәм хәүефле урындан ҡыуып ебәрергә теләгән.
Этте ҡыуам тип, үҙенең өҫтөнә ағас ауғанын күрмәгән. Ҡотҡарыусылар ағасты бысып ҡына уны сығара алған.
«Ваҡиға урынына Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары килгән. Улар ирҙе ағас ботаҡтары араһынан сығарырға ярҙам иткән һәм ашығыс ярҙам бригадаһына тапшырған», — тип хәбәр итәләр идаралыҡтан.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас