Улар юғары әҙерлек тәртибендә эшләйәсәк.
— 1-10 ғинуарҙа поликлиникалар иртәнге 8-ҙән көндөҙгө сәғәт 5-кә тиклем.
— 10 ғинуарҙа ашығыс ярҙам хеҙмәте иртәнге 8-ҙән көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем сирлеләрҙе хеҙмәтләндерәсәк.
— Өфөнөң 13-сө дауаханаһы эргәһендәге Коронавирусты диагностикалау үҙәге тәүлек әйләнәһенә асыҡ була.
— 5-се, 10-сы, 21-се һанлы ҡала дауаханаларының өлкәндәр травмпункттары тәүлек әйләнәһенә эшләй. Республика балалар дауаханаһының травмпункты (Кувыкин, 98) тәүлек әйләнәһенә, 17-се, 5-се, 4-се балалар дауаханаларының травмпункттары иртәнге 8-ҙән киске сәғәт 10-ға тиклем эшләйәсәк.
— Күҙҙәр йәрәхәтләнгәндә тәүлек буйына эшләгән 10-сы ҡала дауаханаһының һәм Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институтының травмпункттарына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
— Теш ауыртҡанда 2-се һанлы стоматология поликлиникаһына һәм 7-се һанлы балалар стоматология поликлиникаһына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Улар тәүлек әйләнәһенә асыҡ буласаҡ.
Шулай уҡ коронавирус сирлеләргә ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн барлыҡ ковид-госпиталдәр тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк.
«Башфармация» дарыуханалар селтәре 1 һәм 2 ғинуарҙа эшләмәй, 3-8 ғинуарҙа иртәнге 10-дан киске 7-гә тиклем. 9 һәм 10 ғинуарҙа дежур аптекалар ғына асыҡ була.
Ҡыҙыу бәйләнеш хеҙмәттәренең телефон һандары:
— 1301 – табипты йортҡа саҡырыу өсөн;
— 103 – ашығыс ярҙам саҡырыу;
— 8 (347) 286-58-27; 8 (347) 279-91-20 — коронавирус инфекцияһына бәйле һорауҙар буйынса.
4 ғинуарҙан «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Беҙҙең хәстәрлек» проекты үҙ эшен дауам итә.
— 8-800-201-89-03 – 65 йәштән өлкән һәм хроник сирле граждандарға аҙыҡ-түлек ташыу хеҙмәте.
Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге байрам көндәрендә лә эшләйәсәк, иртәнге һигеҙҙән киске сәғәт һигеҙгә тиклем шылтыратыуҙар ҡабул ителә. Республика райондары өсөн берҙәм номер – 8 (347) 218-19-19.