Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Декабрь 2020, 10:35

***


Тиҙ көйләнер күңел
Тулҡынына,
Иркен һулышына яңы йылдың.
Тормош дауам итә!
Иҫке йылым!
Рәхмәт һиңә!
Мөғжизәле булдың!

Иҫке бәхет,
Яңы бәхет булмай -
Күңел бөтөн,
Донъя түп-түңәрәк!
Ошо бәхет дауам итһен өсөн,
Миңә бит һин,
Ә һиңә мин кәрәк!

Беҙ кәрәкбеҙ бер-беребеҙ өсөн!
Ишек ҡаға башланмаған көндәр!
Фатихалы һәм дауамлы булһын!
Киләсәкте асһын тыныс төндәр.

(Гөлназ ҠОТОЕВА)

Фото: Т.Аманов
Читайте нас