Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Декабрь 2020, 19:00

Радий Хәбиров: Был йылды бергә үткәргәнгә рәхмәт

Яңы йыл етеүгә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Бигүк еңел булмаһа ла, 2020 йыл үтеп бара. Матбуғат конференцияһы һуңында Радий Хәбиров халыҡты байрам менән ҡотланы.

- Был йыл шул тиклем ҡатмарлы һәм ауыр булды. Беҙ уны барыбыҙ бергә генә үткәрә ала инек. Беҙ, йәғни, йәмғиәт, бергә булдыҡ. Был - иң-иң төп ҡаҙаныш. Алда ла бергә булырға тейешбеҙ. Сөнки һынауҙар буласаҡ әле. Бәлки, тағы ла ауырыраҡ булыр. Әммә беҙ яңы 2021 йылға ошолай берҙәм, бер-беребеҙҙе аңлап, ярҙам итеп инәбеҙ икән, барыһы ла яҡшы буласаҡ! Барығыҙға ла тыныслыҡ, изгелек, ныҡлы һаулыҡ! Рәхмәт һеҙгә! - тине тура эфирҙа осрашыу һуңында республика етәксеһе.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас