Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Декабрь 2020, 08:36

Медицина лабораториялары үҙәкләштерелә

Башҡортостанда лаборатор диагностика хеҙмәтен ойоштороу системаһы модернизациялана.

Был хаҡта БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында үткән брифингта һөйләнеләр.
2020 йыл дауамында Өфө, Октябрьский, Нефтекама медицина округтарында клиник лаборатория диагностика хеҙмәтен ойоштороуҙың өс кимәлле системаһын формалаштырыу буйынса пилот проект тормошҡа ашырылды.
Башҡортостанда бөтәһе 135 медицина лабораторияһы бар. Бр Һаулыҡ һаҡлау министрлығының клиник лабораториялар буйынса штаттан тыш белгесе Фәнил Билалов әйтеүенсә, модернизациялау барышында республиканың бөтә лаборатор хеҙмәттәре лә һаҡланасаҡ.
Лаборатор хеҙмәтте үҙәкләштереү проектының һөҙөмтәлелеге медицина, иҡтисад һәм социаль-ойоштороу йүнәлештәре буйынса ҡарала. Белегестәр әйтеүенсә, бөтә тикшерелгән анализдар бер урында була. Пациентты төрлө медиицина ойошмаларына йөрөтөү талап ителмәй. Улар үҙҙәренең поликлиникаһында уҡ күп төрлө анализ тапшырыу мөмкинлегенә эйә була, йәғни бының өсөн махсус медицина ойошмаһын эҙләп йөрөргә кәрәкмәй. Һөҙөмтәһе лә тиҙ арала әҙер буласаҡ.
Фото:Яндекс.
Читайте нас