Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Декабрь 2020, 20:50

"Инцидент" Шарандың Төньяҡ биҫтәһенә газ үткәрҙе

БР Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән индерелгән "Инцидент-менеджмент" системаһы былтыр Шаран ауылының биҫтәһе халҡы мөрәжәғәтен "эләктерҙе. Шул мәлдән, 2019 йылдың сентябренән бында республика бюджеты иҫәбенә адреслы инвестициялар программа буйынса газ үткәргес һалынды. ⏬

"Зәңгәр" яғыулыҡ селтәренең дөйөм оҙонлоғо 12,7 саҡрым тәшкил итте. Уның 2,5 саҡрымы юғары, ҡалған 10,2 саҡрымы түбән баҫымда эшләй.
Был биҫтәлә ер биләмәләре 2011 йылдан бирелә башлап, әле уларҙың һаны 350-гә еткән. Газ үткәргес проектлау 2013 йылда башланған, 2014 йылдың авгусында проект-смета документтарына ыңғай дәүләт һөҙөмтәһе бирелгән. Тик аҙаҡтан төҙөлөш биш йылға туҡтатылған. Хакимиәт был объектҡа ҡарата даими рәүештә хаттар яҙып торған.
Әле бында газ тоташтырыуға бирелгән 24 ғаризаның 20 адресында технологик тоташтырыу эшләнгән, 6 йорт газ менән ҡуллана башлаған да инде. Ҡалғандары алдағы өс айҙа селтәр менән ҡуллана башлаясаҡ.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас