Нефтекаманан һорау булды: волонтерҙар алғы сафта булды. Ә киң мәғлүмәт саралары ла уларҙы оҙатып йөрөнө. Уларға ниндәйҙер ярҙам булырмы?
Йәғни, һүҙ коронавирус инфекцияһы таралыу шарттарында "ҡыҙыл зонала" эшләүсе журналистарға ярҙам хаҡында.
- Әлбиттә, барыһы ла бик яуаплы эш башҡара.
Ваҡиғалар уртаһында йөрөү – һеҙҙең һөнәри бурысығыҙ. Күп һөнәрҙәрҙең үҙ хәүефе бар.
Дөйөм алғанда, эйе, журналистарға ярҙам кәрәк. Мин хеҙмәт хаҡы тураһында әйтәм. Беҙ был турала уйлайбыҙ. Айырыуса урындарҙа бигерәк бәләкәй эш хаҡына йөрөйҙәр. Беҙ этаплап аҡсаны күтәрә башлайбыҙ. 2021 йылда булмаһа, 2022 йылда киң мәғлүмәт сараларының хеҙмәт хаҡы хәл ителәсәк, - тине Башлыҡ.