Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Декабрь 2020, 17:30

Табиптар етһен өсөн нимә эшләргә?

Радий Хәбировҡа матбуғат конференцияһында бирелгән һорауҙарҙың береһе республиканы медицина хеҙмәткәрҙәре менән тәьмин итеүгә бәйле булды.

Башлыҡтың яуабы түбәндәгесә:

- Беҙ ике йыл элек үк табиптар етмәүе проблемаһы менән шөғөлләнә башланыҡ. 2019 йылда иһә тармаҡҡа 580 белгес килде, йылды шулай тамамланыҡ. Мин 2018 йыл аҙағында, 19-ҙың башында райондарға йөрөгәндә, дауаханаламы, ФАП-тамы етешһеҙлектәрҙе, емереклектәрҙе күреп, хакимиәт башлыҡтарын әрләнем, оят түгелме, тип һораным. Юҡ, тиеүселәр ҙә булды. Сөнки был уларҙың вәкәләте түгел, имеш. Система шулай ҡоролған ине – башлыҡ шөғөлләнмәгән. Минең принциптарым икенсе төрлө. Ә муниципалитеттарҙа нимә бар, шуға урындағы хакимиәт башлығы яуаплы. Башлыҡ һаулыҡ һаҡлау өсөн дә яуаплы. Беҙ был йәһәттән тәртип урынлаштыра башланыҡ. Хакимиәт башлығы шөғөлләнгән ерҙә табиптар проблемаһы хәл ителә. Хет нишлә: үҙең өйлән, өйләндер йә кейәүгә бир, саҡыр, йорт төҙөп бир, ер бир, балалар баҡсаһы менән тәьмин ит. Табиптарҙы урындағы етәкселек эҙләргә тейеш.

Фото: vk.com

Читайте нас