Йыл ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, беҙ яңы йылға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ, тине республика етәксеһе. Ул беҙҙә ҡатмарлы шарттарҙа булған ҙур төҙөлөштәрҙе лә әйтеп үтте. Беләһегеҙ, ҡыҫҡа ваҡыт арала ике госпиталь төҙөлдө.
Радий Хәбировтан ысын һандарҙы ла һоранылар: коронавирусты ысынлап та шул сама кеше йоҡторғанмы?
Республика Башлығы әйтеүенсә, рәсми һандар менән көн һайын таныштырабыҙ.
- Бик күп кеше ауырыны, уларҙа антитәнсәләр ҙә бар. Хатта минең бәләкәй улымда ла антитәнсәләр бар.
Радий Хәбиров вакцина ла яһатҡан.
Был вирустан вакцина менән ҡотолоп була, тигән фекерҙә етәксе.
- 2021 йылда, әлбиттә, коронавирустың бөтөүен көтәбеҙ.
Ысынлап та быйыл төрлө ҙур ваҡиғалар ҙа булды. Шул иҫәптән Ҡуштау, БСК мәсьәләһе лә килеп тыуҙы. Һөҙөмтәләрҙе беләһегеҙ.
Радий Хәбировҡа ошо тәңгәлдә лә һорау бирелде.
«Не знали, как бороться с новой болезнью, что делать. Переживал тогда — мы хотя бы во внешнем мире, а там заперты более тысячи человек — пациентов, врачей. Сделали определенные выводы. Куштау: конфликт с горой нес потенциал раскола общества. А моя задача — сохранять единство. Рабочая ситуация была решена. БСК — тоже довольно эффективно решается вопрос. Многие общественные деятели владели информацией о несправедливой приватизации компании, и вот и эта проблема на стадии завершения», - тип яуапланы етәксе.