Ул республика кимәлендәге үҙәк буласаҡ. Сиратта икенсе булып Сибай ҡалаһы торһа, артабан - Дыуан йәки Салауат райондары. Ишембай әлегә был исемлектә юҡ. “Ишембайҙан әсәләр балалары менән Өфөгә сертификат буйынса йөрөй аласаҡ. Әгәр ҙә өс объектты 2024 йылға төҙөп бөтһәк, мин үҙемә “бишле” ҡуясаҡмын”, - тине Радий Хәбиров.