Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Декабрь 2020, 11:06

«Беҙҙең өсөн етди һынау булды»

Өфөлә 12 сәғәт эсендә яуған ҡарҙың күләме айлыҡ норманан 30 процентты тәшкил иткән.

Һуңғы бер нисә көндә Башҡортостан биләмәһендә циклондың әүҙемлеге күҙәтелде. Мәҫәлән, Өфөлә яуған ҡарҙың күләме айлыҡ норманан 30 процентты тәшкил иткән.
«Йәкшәмбе яуған ҡар беҙҙең өсөн ҙур һынау булды. Быйылғы миҙгелдә был иң етди һынау. 12 сәғәт эсендә ҡарҙың күләме айлыҡ норманан 30 процентты тәшкил иткән. Ҡала хеҙмәттәре ҡарҙан таҙартыу эштәрен атҡарып сыға алды», — ти Өфө мэры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сергей Греков.
Ҡаланы ҡарҙан таҙартып бөтөрөү өсөн тағы 2-3 көн кәрәк буласаҡ, тип өҫтәне Греков. Әлегә ҡала урамдарынан 12,5 кубометр ҡар алып сыҡҡандар (500 КамАЗ тирәһе).
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас