Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2020, 17:25

Яңы йыл төнөндә Өфөлә ниндәй “маршрутка”лар йөрөйәсәк?

Ҡала хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, йәмәғәт транспорты 03:30 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Әммә барлыҡ маршруттар ҙа түгел.

31-нән 1-нә ҡараған төндө баш ҡалала ниндәй йәмәғәт маршруттары менән файҙаланып буласағы тураһында хәбәр иттеләр. Ҡала хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, автобустар 03:30 сәғәткә йөрөйәсәк.
Мэрияла әйтеүҙәренсә, 31 декабрҙә 22:00 сәғәттән ҡала буйлап 290-сы һанлы “Яңы йыл маршруты” йөрөйәсәк. Ул “ДОК”тан алып, УМПО мәҙәниәт һарайы, С. Орджоникидзе исемендәге һарай, Һалле ҡалалары исемендәге урам, “Үҙәк” сауҙа үҙәге, Ҡунаҡһарай аша “Пушкин” сауҙа-сервиз комплексына тиклем барасаҡ.
Бынан тыш, 30, 31, 51, 51а, 248, 257к, 262к, 266, 269, 285, 291-се һанлы маршруттар эшләйәсәк.
Байрам салютынан һуң “Ҡала советы” туҡталышынан 25, 74, 211, 218, 225, 269, 272, 298-се маршруттар ҡаланың төрлө яҡтарына ҡуҙғаласаҡ.
Әйтергә кәрәк, яңы йыл каникулдарының аҙағына тиклем баш ҡаланың йәмәғәт транспорты ял көндәре графигы буйынса эшләйәсәк.
Фото: ЮТВ
Читайте нас