«Башҡортостандың күренекле шәхестәре» китаптар серияһының төп маҡсаты — күренекле шәхестәребеҙҙең, яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың, тарихи хәрбиҙәрҙең, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең исемен мәңгеләштереү. Уларҙың тормош юлы, ижады, ҡаҙаныштары ғалимдар тарафынан ныҡлап өйрәнеләсәк һәм әлеге китаптарҙың биттәрендә урын аласаҡ. Серияның тәүге китаптары Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабичтың тормош юлына һәм ижадына арналған.
«Ошондай китаптар – күптән өлгөрөп еткән тема, күренекле шәхестәребеҙҙең юбилей даталары уңайынан уларҙың художество әҫәрҙәренән тыш, биографияларын да баҫтырып сығарырға тырышырбыҙ. Ғилми биография яҙыу – күп көс талап иткән, шул уҡ ваҡытта кәрәкле һәм изге эш», — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте вице-премьеры Азат Баҙранов социаль селтәрҙә.
Баҫмаларҙы «Китап» нәшриәтенең сауҙа нөктәләрендә һатып алырға мөмкин.