Билдәле булыуынса, ошо йылдың ғинуар айында приставтар бәхәсле йортто бүлеү буйынса һорауҙы хәл итеү өсөн ҡатын йәшәгән урынға килә. Хужабикә үҙен агрессив тота: һүгенә, этен һөсләтә, балта менән янай. Пристав хеҙмәткәрҙәре суд ҡарарын үтәй алмай ҡайтып китергә мәжбүр була.