Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2020, 17:00

Нисек фермер булырға һәм грант оторға?

Был һорауҙарға Стәрлебаш районында йәшәүсе Алмас Рәхимғолов төплө итеп яуап ҡайтара ала. Уның бала саҡтан аттарға һөйөүе һәм тырышлығы үҙ эшен асырға мөмкинлек биргән. Тулыраҡ ⏬

Алмас бәләкәйҙән ағаһы менән ата-әсәһенә ярҙам итеп үҫкән. Йорт-ҡура эштәренән тыш, быға 20-30 баш йылҡы малын көтөү ҙә ингән.
Олоғайып, өйләнеп башҡа сыҡҡас, Алмас шәхси хужалыҡ булдырырға һәм үҙе өсөн эшләргә ниәт ҡылған. Быға тиклем ул Себерҙә вахта ысулы менән аҡса эшләп тә алған. Ата-әсәһенең йылҡы аҫрауы, ҡымыҙ әҙерләүе уңышлы барғанын күргән йәш ир был юҫыҡты һайлаған.
- Районда яҡшы ярҙам иттеләр. Улар атай-әсәйемдең фермер икәнен күптән беләләр. Мәғлүмәт-консультация үҙәгендә нисек итеп үҙ хужалығыңды булдырырға, ниндәй ярҙам алырға мөмкинлекте тулыһынса төшөндөрҙөләр. Артабан мин БР Ауыл хужалығы министрлығының «Агростартап» конкурсында ҡатнаштым һәм еңеп сыҡтым», - тип белдерҙе фермер.
Шулай итеп Алмас Рәхимғолов өс миллион һум тирәһе грант субсидияһына һәм үҙе туплаған аҡсаға 29 бейә һәм өйөр айғыры, бесән әҙерләү өсөн пресс-йыйғыс һатып алған. Фермерҙың тракторы быға тиклем дә булған, бер юлы ул йылҡыларҙы көтөү урынын ҡуртымға алған.
Алмас ҡымыҙ етештерергә, киләсәктә үҙенең цехын булдырырға ниәтләй. Бының өсөн дәүләт ярҙамын алыу кәрәк. Районда йылҡы итенә һәм ҡаҙыға ихтыяж ҙур, итселек менән дә шөғөлләнергә мөмкин.
Фото: Министерство сельского хозяйства Республики Башкортостан
Читайте нас