Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2020, 13:00

Кремль шыршыһы – телевизион форматта

"Бишенсе миҙгел, йәки Яңы йылды Кем уйлап тапҡан?" яңы йыл тамашаһына рәхим итегеҙ!

Кремль һарайында сәхнәләштерелгән тамаша тәүге тапҡыр телевизион форматта үтә һәм 31 декабрҙә Мәскәү ваҡыты менән киске сәғәт 6-ла “Карусель” каналында күрһәтелә.
Спектаклдә танылған артистар, акробатика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы, шулай уҡ спорт рок-н-ролы буйынса донъя һәм Европа чемпиондары ҡатнаша.
Тамашаны 7 ғинуарҙа Мәскәү ваҡыты менән киске 8-се яртыла һәм 13 ғинуарҙа киске сәғәт 5-тә ҡабатлап ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас