Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабря 2020, 13:30

Иң бейек шыршы Өфөлә

Был хаҡта ТурСтат порталы хәбәр итә. Рәсәй ҡалалары буйлап Яңы йыл майҙандарында ҡуйылған ысын шыршыларҙың оҙонлоғо буйынса рейтинг төҙөгән.

Мәскәүҙең Кремль майҙанында, Санкт-Петербургтың һарай майҙанында һәм Өфөнөң Ленин майҙанында иң бейек шыршылар ҡуйылған. Өфөлә – 30, Мәскәүҙә –25, Санкт-Петербургта – 25. Уларҙан ҡала Сыктывкар, Углич, Данков, Владимир, Брянск, Череповец һәм Пенза ҡалалары шыршылары тәүгеләр рәтенә ингән.
Рәсәй ҡалаларының күбеһендә яһалма шыршыға өҫтөнлөк бирелгән. Улар араһында иң оҙоно Красноярск ҡалаһындағы 55 метрлыҡ шыршы.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас