Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2020, 06:05

Ата һүҙен тотмаған...

Ҡыйғы районында 37 йәшлек ир оло йәштәге атаһын туҡмаған, ә тегеһе...

БР Эске эштәр министрлығында һөйләүҙәренсә, Ҡыйғы районы ауылдарының береһендә 37 йәшлек ир аҡса таптырып, 66 йәшлек атаһын туҡмаған. Пенсионер ҡыҙып китеп, тойғоларына баш була алмай, улына бысаҡ менән сәнскән. Ирҙе дауаханаға оҙатҡандар.
Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүсе ҡулға алынған, ул үҙ ғәйебен таныған.
Осраҡ буйынса тикшереү үткәрелә, уның барышында процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас