Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Декабрь 2020, 20:39

Ҡар нормаһын үтәмәксе

28 декабрьТөндә ҡар (епшек ҡар) яуасаҡ, урыны менән көслө булмаҡсы. Айырым райондарҙа буран, юлдарҙа боҙлауыҡ, ҡар өйөмдәре, епшек ҡар ағастарға, сымдарға йәбешәсәк.Ел көньяҡ-көнбайыштан, ваҡыты менән көслө. Һауа температураһы төндә -3,-8°, урыны менән -13°.Көндөҙ бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ел көнбайыштан. Һауа температураһы -3,-8°.

29 декабрь
Урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ. Юлдар - тайғаҡ. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан. Һауа температураһы төндә -15,-20°, урыны менән -24°, көндөҙ -10,-15°, урыны менән -19°.
30 декабрь
Синоптиктар, яуым-төшөм булмаясаҡ, ти. Һауа температураһы төндә -16,-21°, урыны менән -25,-30°, көндөҙ -11,-16°, урыны менән -21°.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.

Читайте нас