Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2020, 08:45

28 көндә 62 кеше үлгән

МЧС иҫкәртә: зинһар, һаҡ булығыҙ!

Декабрҙә генә беҙҙә 645 янғын сыҡҡан һәм унда 62 кеше һәләк булған. Шуларҙың өсәүһе - балалар.
Былтыр ошо осорҙа 22 кеше үлгән булған.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы иҫкәртә: һаҡ булығыҙ!
Янғын сығыуҙың төп сәбәптәре:
- ут менән һаҡһыҙ эш итеү
- тәмәке тартҡанда һаҡһыҙлыҡ, иҫерек килеш тартыу
- электр сымының боҙоҡлоғо
- ҡарауһыҙ ҡалдырылған приборҙарҙың янып китеүе
- мейес, каминды һаҡһыҙ ҡулланыу
Фото: ТАСС.
Читайте нас