Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Декабрь 2020, 08:42

Һәйкәл ҡалҡты Баймаҡ ерендә Алдар атлы данлы батырға

#Йәшлек

Башҡортостан Хөкүмәте аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов Урал аръяғына эш сәфәре барышында Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында мәҙәниәт йортон асыу тантанаһында ҡатнашты. «Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында клубҡа капиталь ремонт үткәрелгән, өр-яңы ҡорамалдар, йыһаздар, милли костюмдар һатып алынған.
Шулай уҡ клуб алдында башҡорт халҡының данлы батыры Алдар Иҫәкәевҡа һәйкәл асылды. Мәғлүм булыуынса, ул Бөрйән волосы старшинаһы. Алдар батыр урыҫ армияһының Ҡырым һәм II Аҙау походтарында ҡатнашҡан, 1704—1711 йылғы башҡорт ихтилалын етәкләгән, Ҡаҙағстанда Рәсәйҙең илселеге ағзаһы булған. Яуҙағы батырлығы өсөн уға ике мәртәбә тархан званиеһы бирелгән. Һәйкәл авторы – билдәле башҡорт скульпторы Өлфәт Ҡобағошов.
– Беҙ был һәйкәлдең яҙмышын күптән күҙәтеп барабыҙ, сөнки билдәле скульптор Өлфәт Ҡобағошов Аҡбуҙат һәйкәленән алда эшләй башлағайны. Скульпторҙың оҫтаханаһында күптән Алдар батырҙың гипстан эшләнгән һыны тора ине. Ләкин батырға унда оҙағыраҡҡа ҡалырға тура килде. Тәүҙә башҡорт халҡының боронғораҡ заманға ҡараған заты – эпос геройы Аҡбуҙатҡа ҡанатланырға яҙған. Оҫтахананан беҙҙең мифик ат алданыраҡ осоп сыҡты. Скульптор Өлфәт ағай Ҡобағошов яҡшы образ тыуҙырған. Һәйкәл ысынлап та Алдар батырҙың ил ағаһы, ҡаһарман, дәүләт эшмәкәре икәнен асыҡлай, – тип яҙа Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин.
Алдар батыр исемен мәңгеләштереү буйынса бик күп эштәр башҡарыла, өс йыл тирәһе элек Баймаҡ ҡалаһында батырға мөһаббәт һәйкәл ҡалҡып сыҡҡайны. Шулай уҡ Бөрйән районында уның бюсты бар. Ул һәйкәлдәр киләсәк быуындарға халҡыбыҙҙың бөйөк шәхестәре хаҡында мәғлүмәттәр, данлы, шанлы, ҡанлы тарихын еткерәсәк...
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас