Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Декабрь 2020, 11:10

Константин Толкачев - Рәсәйҙең Европа Советындағы вәкиле

Владимир Путин БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевты Европа Советында Рәсәй вәкиле итеп тәғәйенләне. Был йәһәттән республика парламенты етәксеһенең тәжрибәһе ҙур.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә:
Рәсәй Президенты Владимир Путин «2021–2026 йылдарҙа Европа Советының Урындағы һәм төбәктәр властары конгресында ҡатнашыу өсөн Рәсәй Федерацияһы делегацияһы составын раҫлау тураһында»ғы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документ баҫып сығарылды һәм көсөнә инде. Рәсәй Президенты бойороғона ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев делегация составына инде.
Башҡортостан парламенты спикеры киләһе алты йылға Европа Советының Урындағы һәм төбәктәр властары конгресының Төбәктәр палатаһындағы Рәсәй Федерацияһы вәкиле итеп раҫланды. Владимир Путиндың ошондай уҡ бойороғона ярашлы, Константин Толкачев 2016 йылдан алып 2020 йылға тиклемге осорҙа ошо уҡ статуста Европа Советында Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлағайны.
Константин Толкачев менән берлектә Төбәктәр палатаһында тағы ла һигеҙ кеше Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡ.
Европа Советы – 1949 йылдың 5 майында барлыҡҡа килтерелгән иң оло халыҡ-ара сәйәси ойошма. Рәсәй Федерацияһы 1996 йылдың 28 февраленән Европа Советы ағзаһы булып тора.
Европа Советы составына 47 дәүләт инә, уларҙа 800 миллиондан ашыу кеше йәшәй.
Европа Советының төп органдары структураһына Министрҙар комитеты, Парламент ассамблеяһы, Европа Советының Урындағы һәм төбәктәр властары конгресы һәм Кеше хоҡуҡтары буйынса Европа Суды инә.
Фото: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайтынан.
Читайте нас