Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Декабрь 2020, 10:41

Ир, ҡатыны менән талашҡандан һуң, ике балаһын һәм үҙ-үҙен үлтергән?

Прокуратура Дәүләкән районында табылған өс мәйет фактына ҡарата "Бәлиғ булмаған ике баланы үлтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.


Тәфтишселәр версияһы буйынса, 26 декабрҙә 37 йәшлек Өфө кешеһе, ҡатыны менән ирешеп, 1 йәшлек ҡыҙы һәм 6 йәшлек улын алып сығып киткән. Һуңғараҡ уларҙың мәйеттәре Дәүләкән районында Өршәк йылғаһы буйында машинала табылған. Фаразлауҙарынса, ғаилә һөрөм газына ағыуланған.
Читайте нас