Ҡыйғы районында 66 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ул үҙенең улының муйынына бысаҡ ҡаҙаған, тип хәбәр итә Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Билдәле булыуынса, 37 йәшлек ир ата-әсәһенән аҡса таптыра башлаған. Янъял барышында ул бер нисә тапҡыр атаһына һуҡҡан. Шул ваҡытта 66 йәшлек пенсионер улына тәүҙә тәртешкә менән һуҡҡан, һуңынан ҡулына бысаҡ килеп эләккән. Яраланған ир дауаханала.
Пенсионер ҡарт полиция бүлегендә, ул үҙенең ғәйебен таныған.