Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Декабрь 2020, 15:29

Алты автомобиль төкөшкән

Был хәл бөгөн Өфө-Ырымбур трассаһында теркәлгән.

Республиканың Дәүләт автоинспекцияһында хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 27 декабрҙә, көндөҙ алты автомобиль ҡатнашлығында авария теркәлгән. Был хәл, инспекторҙарҙың мәғлүмәтенә яраҡлы, Өфө-Ырымбур трассаһында – Ауырғазы районы территорияһында була.
Тәүҙә 35 йәшлек ВАЗ-2112 водителе Renault Magnym йөк машинаһы менән бәрелешкән, бынан һуң йөк машинаһы юл ситендәге ҡоймаға төкөлгән. Был хәлдән һуң тағы ла өс автомобиль бер-береһенә бәрелешкән: Hyundai Solaris, Toyota Lаnd Cruiser, Skoda Rapid, Toyota Camry.
Ике кешегә табиптар ярҙамы күрһәтелгән. Авария урынында шулай уҡ полиция һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй.
Фото: БР-ның Дәүләт автоинспекцияһы
Читайте нас