Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Декабрь 2020, 07:10

13 финалдың дүртендә чемпион була

Канадала үҫмер хоккейсылар араһында донъя беренселегенең икенсе ярыш көнөндә, өс осрашыу уҙҙы.

Чемпионат хужалары Германия командаһын 16:2 иҫәбенә тар-мар итеп, төркөм уйынын бик ышаныслы башланы. Рәсәй йыйылма командаһы төркөмөндә сығыш яһаған Швеция уйынсылары чехтарҙы 7:1 иҫәбенә алдырҙы. Иртәгә беҙҙекеләр ана шул Чехия үҫмерҙәре менән алышасаҡ.
АҠШ уйынсылары Австрия командаһын 11:0 иҫәбенә ҡыйратты.
Беренселек тарихына туҡталғанда, ул 1974 йылдан алып, йыл да ошо ваҡытта уҙғарыла башлай. Тик тәүге өсәүһе, неофициаль була. Унда ул замандағы СССР уйынсыларына етеүсе булмай. Улар өсөһөндә лә еңеүсе булалар. 1977 йылдан башланғанында ла Союз үҫмерҙәре дүрт чемпионат рәттән алдынғылыҡты бирмәй. Ғөмүмән, СССР командаһы 12 тапҡыр финалға сығып, туғыҙында еңеүсе булып таныла. Ә инде Рәсәй хоккейсылары 13 тапҡыр финалда уйнап, дүртендә генә чемпион исемен яулай. Һуңғы тапҡыр улар 2011 йылда ғына ул бәхетте кисерә. Унан һуң дүрт тапҡыр (2012, 2015, 2016, 2020 йылдар) төп бәйгелә уйнай әммә икенсе урын менән генә ҡәнәғәтләнә. Быныһында улар өмөт итәләр, тик нисек килеп сығар инде?..
Элек-электән беҙҙең өсөн төп дәғүәсе булып Канада хоккейсылары һыналды. Тик һуңғы йылдарҙа Финляндия менән Швеция командалары ла ҡаршылыҡ күрһәтеп, үрҙәр яулай башланы. Һуңғы чемпионаттарҙа ғына финдар өс тапҡыр еңеүсе булһа, шведтар иһә, дүрт тапҡыр финалда көсөн һынап, береһендә чемпион булып таныла. АҠШ командаһы ла уларҙан ҡалышмай. Шуға ла үҫмерҙәр беренселеге йылдан-йыл көсөргәнешлек тыуҙырып, күптәрҙең һөйөүен яулай бара.
Фото: ТАСС.
Читайте нас