Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабря 2020, 04:38

Ванна пәрҙәһен йыуыу

Һыу үткәрмәй торған туҡыманан тегелгән пәрҙә полиэтиленға ҡарағанда күпкә уңайлыраҡ. Ләкин уны даими рәүештә йыуып торорға кәрәк. Әгәр пәрҙәлә артыҡ дымдан күгәргән урын барлыҡҡа килһә, мотлаҡ рәүештә «белизна»лы йылымыс һыуҙа 20 – 30 минут ебетеп алығыҙ.

Әгәр уның аҫҡы яғы ғына бысранһа, биҙрәгә йылы һыу менән лимон кислотаһынан һелте әҙерләгеҙ. Аҙ ғына кер порошогы ҡушырға ла була. Пәрҙәнең бысранған ерен шунда тығырға һәм бер нисә сәғәт ултыртып торорға. Аҙаҡ һыу һиптереп кенә сайҡатып алығыҙ. Былай эшләгәндә пәрҙәне гардиндан алып тормаһаң да була.
Читайте нас