Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабрь 2020, 10:37

Вакцина һәм коронавирустан антитәнсәләр тураһында нимә белергә тейешбеҙ?

Башҡортостанға коронавирустан 4,5 меңдән ашыу доза вакцина килтерҙеләр.

Алда хәбәр итеүебеҙсә, иң тәү сиратта табиптарҙы, уҡытыусыларҙы, полиция хеҙмәткәрҙәрен һәм ирекмәндәрҙе вакциналайҙар. Алдағы йылда 1 млн дозанан ашыу вакцина алыу планлаштырыла. Шул ваҡытта дөйөм вакциналау башлана ла инде. Уны дәүләт поликлиникаларында, үҙ телегәң буйынса ғына эшләтергә мөмкин. Алдан күҙаллауҙарынса, прививка эшләткәндән һуң ике йыл дауамында кешелә коронавирусҡа ҡаршы иммунитет була.
Коронавирустан прививка бушлай эшләнә. Уны эшләтеү өсөн 5 мең аҡса түләргә кәрәк, тигән һүҙҙәр дөрөҫ түгел.
Вакцина эшләткәндән һуң алкоголь эсергә яраймы?
Прививка эшләткәндән һуң 21 көн эсергә ярамай тигән хәбәр таралыу сәбәпле, күптәр Яңы йылды нисек шампан шарабыһыҙ ҡаршыларға тип, унан баш тартты. Ысынында вакцинанан һуң тулыһынса алкоголдән баш тартыу тураһында һүҙ бармай. Спиртлы эсемлектәрҙе ҡулланыуҙы сикләү тураһында ғына әйтелә. Атап әйткәндә, өс көн алкоголдән баш тартып торорға ғына кәрәк. Прививкалар ваҡытында һәр саҡ ошондай талап ҡуйыла.
Нимә ул антитәнсәләр?
Икенсе төрлө уларҙы иммуноглобулиндар тиҙәр. Улар — организмдың иммун системаһы организмға килеп эләгеүсе инфекция агентына яуап итеп бүлеп сығарған махсус аҡһымдар. Антитәнсәләр коронавирусты танып алып, уны зарарһыҙландыра һәм шул мәғлүмәтте уның менән яңынан осрашҡанға тиклем һаҡлай.
Читайте нас