Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабрь 2020, 11:50

Урманды файҙаланыу буйынса яңы ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инәсәк

Яңы йылдың тәүге көнөнән булған ҡайһы бер ҡағиҙәләр ғәмәлдән сыға, яңылары индерелә.

Урман участкаларын ауыл хужалығында, төҙөлөш өсөн, дини эшмәкәрлектә, линия объекттарын эксплуатациялауҙа файҙаланыуға бәйле бер типтағы килешеүҙәр индерелә (министрлыҡтың 10 июлдәге 435-се бойороғона ярашлы).

Дөйөм алғанда, яңы ҡағиҙәләр:

- ағас һәм урмандың башҡа ресурстарын эшкәртеүгә;

- урманда геологик өйрәнеүҙе алып барыуға;

- урман участкалары бирелмәйенсә линия объекттарын төҙөү, реконструкциялау, эксплуатациялауға;

- ауыл хужалығын алып барыуға;

- рекреацион эшмәкәрлек алып барыуға;

- урман еләк-емештәре, шифалы үләндәре, декоратив үҫемлектәре үҫтереүгә;

- йәш ағас үҫентеләре үҫтереүгә;

- ғилми-тикшеренеү, белем биреү эштәре алып барыуға ҡағыла.

Фото:. БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.

Читайте нас