Дәүләкән районының Поляковка ауылында йәшәүсе Йәсмин исемле 10 йәшлек ҡыҙ Ҡыш бабайҙан һеңлеһенә һауын кәзәһе һораған булған. Баҡһаң, уның кескәй туғаны һыйыр һөтө эсә алмай – аллергия менән яфалана. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Тимур Ғилмийәров Йәсминдең теләген үтәп тә ҡуйҙы.
Депутат Поляковка ауылына барып, ҡыҙҙарға бүләкте һәм тәмлекәстәрҙе тапшырҙы, уларға һаулыҡ-сәләмәтлек теләне.
«Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһының маҡсаты – етемдәрҙең, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларҙың һәм һаулығында кәмселектәре булған өлкәндәрҙең Яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашырыу. Акцияға 5 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин старт бирҙе. Ғаризалар 16 ноябрҙән 15 декабргә тиклем ҡабул ителде. Башҡортостандан акцияның сайтына 500-ҙән ашыу теләк килде. Уларҙы 28 февралгә тиклем үтәйҙәр.