Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабрь 2020, 16:10

Ирекле рәүештә бер миллион һум штраф түләгән

Ҡариҙел районында йәшәүсе 24 йәшлек егеткә «урманды законһыҙ ҡырҡыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡандар.

2019 йылдың август айында 24 йәшлек егет Беренсе май айырыуса һаҡланған урман биләмәһендә 30-ҙан ашыу ағасты ҡырҡҡан (өс КамАЗ тирәһе), уның араһында шыршы, ҡайын, йүкә, уҫаҡ булған. Айырыуса һаҡланған урмандағы ағастарҙы ҡырҡҡан өсөн иректән мәхрүм итеү янай. Суд закон боҙған егеткә 1 миллион һум штраф һалған.
Ошо көндәрҙә 24 йәшлек егет ирекле рәүештә штрафты түләгән. Бынан тыш, урман сәнәғәтсеһе килтерелгән зыянды ҡаплау өсөн тәғәйенләнгән 240 мең һумды ла ҡайтарған, тип хәбәр итә «Башинформ».
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас