Видеояҙманан күренеүенсә, мышылар тоҙ менән һыйланырға килгән. Тоҙ уларҙың мөгөҙҙәре үҫкән ваҡытта һәм инә мышыларҙың быуаҙ осоронда бик мөһим. «Киске сәғәт ун тирәһенлә фототоҙаҡ бер үк ваҡытта өс мышының тоҙға килгәнен төшөрөп алған. Мини-корпоратив булған. Ғәҙәттәгесә, ул һуғыш менән тамамланған», — тип яҙған милли парк хеҙмәткәрҙәре социаль селтәрҙә.