Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабря 2020, 13:11

«Башҡорт тиҙәйткестәре» ярышының еңеүселәре билдәләнде

#Йәшлек

Башҡорт теле көнөнә һәм Башҡорт теле йылына арналған #БашҡортсаТиҙәйткестәр онлайн-конкурсына йомғаҡ яһалды. Уның еңеүселәрен онлайн-тауыш биреү юлы менән билдәләнеләр.
Беренсе урын – Ирхан, Наҙгөл һәм Ихсан Үтәбаевтар, Бөрйән районы.
Икенсе урын – Учалы ауылының Башҡорт гимназияһы уҡыусылары һәм Баймаҡ районынан Алһыу Рафиҡова.
Өсөнсө урын – Ынйы Әпсәләмова (Баймаҡ районы), Асель Баҙранова (Өфө ҡалаһы) һәм Арсен Латипов (Сибай ҡалаһы).
Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы еңеүселәрҙе һәм номинанттарҙы аҡсалата сертификаттар менән бүләкләйәсәк.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас