Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Декабря 2020, 10:57

Шағир исеме мәңгеләштерелде

Әбйәлил районында Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле шағир һәм тәржемәсе Әсхәл Әхмәтҡужин иҫтәлегенә үҙе йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылды.

Асҡар ауылындағы был өйҙә Әсхәл Әбүталип улы оҙаҡ йылдар йәшәп ижад итә. Сараға Әбйәлил районы етәкселеге, шағирҙың ҡатыны Лүзә ханым, улы Азамат, шулай уҡ әҙәбиәт һөйөүселәр, шағирҙың ҡәләмдәштәре йыйылды. Әсхәл Әхмәт-Хужа - башҡорт шиғриәтенә ҙур өлөш индергән ижадсыларҙың береһе, 30-ҙан ашыу шиғри йыйынтыҡ авторы.
Әсхәл Әхмәтҡужин ике йыл элек оҙаҡ ауырығындан һуң 77-се йәшендә вафат булды.
Фото:«Осҡон» гәзите.
Читайте нас