Белеүегеҙсә, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, республика мәктәптәрендә Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар булдырылды. Өфө ҡалаһың 44-се һәм 162-се “Смарт” полилингваль мәктәптәрендә, Р. Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернатында легендар комдивҡа арналған бүлмә-музейҙар эшләнәсәк.
44-се мәктәп шайморатовсылар класы уҡыусылары өсөн мәктәп формаһын ғорур йөрөтә. Әйткәндәй, форма Башҡортостан Республикаһының "Ағиҙел" башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы белгестәре тарафынан тегелгән - пинжәктәр стилләштерелгән башҡорт камзулын хәтерләтә.
Уҡыусылар, был костюм ҡайҙа барһаҡ та, шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә, ти. Күптән түгел улар БР Милли музейында, Миңлеғәли Шайморатовҡа арналған бүлектә булып, билдәле шәхестең тормош юлы, уның хәрби хеҙмәте менән танышты.